#Изге_йома_менән АЯТ АШЫ ТӘРТИПТӘРЕ Хәҙерге ваҡытта миңә Ҡөръән ашы тураһында бик күп һорау бирәләр ошоға яуап итеп түбәндәгеләрҙе тәҡдим итәм. Иң беренсе динде ихтирам итеү. Кеше саҡыраһығыҙ икән, үҙегеҙ өлгө булырға тейеш. Бында иң әүәл - дөрөҫ кейенеү, икенсе - хәләл ризыҡтар, өсөнсө - мәжлестә кәрәкһеҙ темаға һөйләшеү булырға тейеш түгел . Мин, имам булараҡ, аят аштарына көн дә йөрөргә тура килә. Иң беренсе һүҙҙе, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, дөрөҫ кейенеүҙән башлайым. Әлбиттә, вәғәземде дөрөҫ аңларлыҡ итеп, үпкәләшеүҙәр булмаҫлыҡ итеп һөйләйем. Тағы ла бер сетерекле мәсьәлә: һине кеше ихтирам итеп, шундай оло ашҡа, Ҡөръән ашына, саҡыра икән, ниңә әле унда түш, ҡулдар күренеп торған, ҡыҫҡа итәкле кейем кейеп барырға? Доғалар ҡасан тиҙерәк ҡабул була? Әлбиттә, фәрештәләр беҙҙең менән бергә доға ҡылғанда. Ә инде дөрөҫ кейенмәгән ҡатын-ҡыҙ булған ергә фәрештәләр кермәй, ояла. Өйгә аят уҡытҡанда аҙан әйтелергә тейеш! Аҙан яңғыраған ерҙән яман көстәр ҡаса. Динде ихтирам иткән, шулай уҡ өйрәнер өсөн олораҡ кешеләрҙе, ҡыуанысыңды уртаҡлашыр өсөн туғандарыңды саҡырыу дөрөҫ була. Ҡөръән уҡылған өйҙә шулай уҡ фотолар тормаҫҡа тейеш. Аш-һыуҙы саманан тыш күп әҙерләү ҙә исрафҡа керә. Тимәк, гонаһ!!! Хәйер өләшеү тураһында: хәйерҙе тик саҡырған кеше генә таратыу хуплана. Хәйерҙе бар кеше лә таратыу модаға кереп китте, был беренсенән монафиҡлыҡ, икенсенән ваҡытты күп ала, өсөнөснән, расходланып әҙерләнгән хужабикәгә ҡушылып, сауаптарын бүлешеү булмаймы ни? Уйлап ҡарағыҙ. Күстәнәс алыу мотлаҡ түгел. Муллаға айырым күберәк биреү ҙә нисектер ситен. Мәсет исеменә бирелә ул. Ә аҡ таҫтамал өҫтәлгә Ҡөрьән китабын һалыу өсөн ҡуйыла. Ирҙәргә түбәтәй кейеү һәйбәт. Тик ул булмаһа урамда кейеп йөрөгән малахай, шапкала, фуражкала ултырыу кәрәк эш түгел. Шуға күрә лә өйөгөҙҙә артыҡ (бол-запас) түбәтәй тотоу ҡамасау итмәҫ. Тоҙ ялатыу ысынтылап та бар. Мөхәммәт СҒС аш алдынан һәм ашап бөткәс тоҙ яларға кәрәк тип әйтеп ҡалдырған. Тәһрәтләндереүгә килгәндә : хәҙер уңайлыҡтар бар бит. Тас тотоп, ҡомған менән йыуындырыу мотлаҡ түгел. Һәр кем йыуыныу бүлмәһендә йыуынып керә ала. Ә инде хәйер өләшһәләр (аҡсалата), шунда йыуынырға кәрәк тип уйлайым. Аҡсала күп бысыраҡ. Беҙҙең яҡта өҫтәлдең ике яғына бер башы еүешләтелгән таҫтамал биреп, ҡулдарын һөрттөрәләр. Аят табынына ҡош ите ҡуйыу дөрөҫ түгел тигән фекерҙәр ишетелде. Ә мин ҡош ите тураһында ундай фекерҙе ишеткәнем юҡ әлегәсә. Суфыйҙар ашамай, уныһын үҙ күҙҙәрем менән күргәнем булды. Доға ҡылыу оҙаҡ булмаһын. Ҡайһы бер хәҙрәттәр, бигерәк тә абыстайҙар ҡул күтәрттереп оҙаҡ итеп доға ҡылдыра. Был да артыҡ тырышыу тип әйке килә. Диндә ауырлыҡтар булдырмайыҡ. Әҙерәк туй тураһында ла әйтеп китке килә. ,,Әсе,, тип аҡырышып ултырыу - бер оят, өҫтәлгә шул әсе нәмәне ултыртып туй үткәреү - мең гонаһ. Яңы ғына яралған йәш ғаилә сабый һымаҡ. Ҡурсыуға, һаҡлауға, кәрәк саҡта ата- әсәһенең ситтән күҙәтеүенә лә, әпәүләп ебәреүгә лә мохтаж. Ике йәш баланың башланып ҡына торған уртаҡ байрамдарын харам менән атҡармағыҙ. Уларҙың юлында былай ҙа һынауҙар кәртә булырға әҙер генә тора бит. (Азат Хәлилов)

Теги других блогов: Ислам Аят ашы Дин